Шишмә район дауаханаһы тарихы бай, уға нигеҙ 1930 йылда һалынған. Бөгөн ул — юғары квалификациялы белгестәр һәм техник яҡтан иң яңы заман технологиялары буйынса йыһазландырылған күп йүнәлешле һауыҡтырыу учреждениеһы.
Район халҡы дүрт амбулатория, 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 82 койкалыҡ көндөҙгө стационар ярҙамынан файҙалана. 325 кесе медицина хеҙмәткәре һәм 114 табиптан торған коллектив үҙ бурысын уңышлы үтәй. Табиптарҙың барыһының да сертификаты бар, 22 белгес — юғары, 25-е беренсе категорияға эйә. Бынан тыш, алты белгес — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, 16 табип һәм 12 шәфҡәт туташы — “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, ике шәфҡәт туташына “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән, бер кеше “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланған.
Учреждениела кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәйҙәр тиерлек. Һуңғы йылдарҙа йәш белгестәрҙең ҡайтыуы, ҡайһы берҙәрен өҫтәмә уҡытыу коллективты тулыландырыуға ныҡлы ярҙам иткән.
— “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты эште яңы кимәлгә күтәрҙе, йәнләндереп ебәрҙе. Матди-техник базаны яңыртыу, проект буйынса яңы ҡорамалдар алыу диагностик тикшеренеүҙәрҙе урында һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға, уларҙың сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе.
Оҙаҡ ремонтланмаған биналар күптән күңелде ҡыра ине. Был етешһеҙлектән дә ҡотолоу юлын таптыҡ, республика, район бюджеты, ойошмалар, эшҡыуарҙар көсө менән һәм үҙебеҙҙең аҡсаны ла ҡушып был мәсьәләне хәл иттек, — ти баш табип Камил Самат улы Яппаров. — Поликлиника төҙөкләндерелде, бүлексәләрҙә капиталь ремонт үтте.
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында йәш быуындың сәләмәтлеге нисек ҡайғыртыла һуң?
— Районда 12 педиатрия участкаһы эшләй. Беҙ төбәктәге 17 йәшкә тиклемге 10 меңдән ашыу баланың сәләмәтлеге һағында торабыҙ, — ти үҙәк дауахананың баш педиатры Лилиә Шәфиғуллина. Әйткәндәй, Лилиә Әнәс ҡыҙы 1994 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң педиатр булып эш башлай һәм былтыр ошо яуаплы вазифаға тәғәйенләнә. Балалар поликлиникаһы мөдире Любовь Сорокина ла бик тәжрибәле, күптән эшләй. Балалар неврологы Фәниҙә Уразмәтова, участка педиатры Алмира Исмәғилева, Иҫке Муса ауылындағы амбулаторияла оҙаҡ йылдар эшләүсе Флорида Хәйретдинова, балалар бүлексәһе мөдире Ғәлиә Хажиеваның тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.
Кадрҙар кәрәк. Шөңгәккүл амбулаторияһына педиатр көтәбеҙ. 400 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһы төҙөлә башланы. Әлегәсә ул ҡулайлаштырылған бинала урынлашҡан. Йылдан-йыл медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу яҡшыра.
Балалар бүлексәһе мөдире, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ғәлиә Хажиеваның дөйөм эш стажы 33 йыл булһа, шуның 18-ен ошо бүлексә менән бәйләнгән.
— Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп, балалар сәләмәтлеге хаҡында ата-әсәгә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? — тип ҡыҙыҡһындыҡ балалар табибынан.
— Үҫмерҙәргә хәрәкәт, саф һауа етмәгәнлектән, терәк-хәрәкәт ағзалары ауырыуҙары көсәйә. Телевизор, компьютер артында күп ултыралар. Күҙгә лә кире йоғонто яһай ул. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары арта, сөнки төрлө буяғыстар, химик матдәләр ҡушылған аҙыҡ-түлек, эсемлектәргә өҫтөнлөк бирәләр. Үҙең әҙерләгән ябай аҙыҡ ҡулланырға кәңәш итәм. Ошо хаҡта ата-әсәләр менән даими осрашып әңгәмәләр үткәрәбеҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ, — тине ул.
Г. СӘЛИХОВА.
Шишмә ҡасабаһы.