Республикала сабыйҙар үлеме 18% кәмегән
Һуңғы өс йылда Башҡортостанда сабыйҙар үлеме 18% кәмегән. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 18-се ултырышында республикала бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина белдерҙе. Медицина белгестәренең эше һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу һөҙөмтәһендә ошондай һөҙөмтәләргә өлгәшелде, тине ул.
Панчихина әйтеүенсә, әле республикала 890 меңгә яҡын бала йәшәй, был халыҡтың дөйөм һанынан 21,9% тәшкил итә.
Башҡортостан халҡының һаулығын нисек нығытыуҙары тураһында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.