Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус.
Йома, 31 ғинуарҙа, ҡар һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -3, +2 градус.
Шәмбе, 1 февралдә, йәнә бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар, көндөҙ урыны менән яуым-төшөм фаразлана. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -3, +2 градус.