Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордты яңыртты
2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 3 миллион 348 мең «квадрат» торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был хаҡта РБК-Өфө Росстатҡа һылтанма менән хәбәр итә. Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, был 2023 йылғы күрһәткестәрҙән 1% юғарыраҡ.
Уҙған йылдың декабрендә генә республикала 534,7 мең м2 торлаҡ сафҡа индерелгән, уларҙың 115 меңе – шәхси төҙөүселәргә, ә дөйөм күләмдән 2,3 миллион м2 халыҡҡа тура килә.
Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында торлаҡты сафҡа индереү буйынса илдә - һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Бынан алдараҡ Рәсәй хөкүмәте төҙөлөш тармағына ярҙам сараларын тағы бер йылға оҙайтты.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-29/bashkiriya-obnovila-rekord-po-vvodu-zhilya-4101323