Табиптар ышанысты аҡлай16.06.2012
Табиптар ышанысты аҡлайҺигеҙ ҡатлы мөһабәт поликлиника белгестәргә ҡытлыҡ кисермәй

Медицина хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса тар белгестәргә ҡытлыҡ булыуы хаҡында күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, йәштәрҙең был һөнәрҙән һыуыныу сәбәптәрен асыҡларға тырышабыҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 6-сы поликлиника коллективы менән танышыу барышында ошо мөһабәт һигеҙ ҡатлы бинаның тейешле белгестәр менән яҡшы тәьмин ителеүе, йәштәр менән тулыланыуы хаҡында ишетеүе күңелле булһа ла, бер аҙ ғәжәпләндерҙе, әлбиттә. Терапевтар һәм гинекологтар менән — 100, тар белгестәр менән 98 процентҡа тәьмин ителгән поликлиника — һирәк күренеш. “Эшкә күҙ табибын алһаҡ, тар белгестәр һаны теүәлләнәсәк”, — ти поликлиниканың баш табибы Рауил Шафиҡов.

1050 урынға иҫәпләнгән был ҙур һаулыҡ һаҡлау йортон туҡһанынсы йылдарҙа “Каустик” акционерҙар йәмғиәте төҙөгән. Өр-яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина учреждениеһына еткән поликлиника, дауахана булдымы икән ул дәүерҙә? Моғайын, юҡтыр. Абруйлы, алдынғы поликлиникала эшләү — үҙе оло бәхет. Егерме йылдан ашыу ваҡыт эсендә ҙур үҙгәрештәр кисереүенә ҡарамаҫтан, бында элекке яҡшы традициялар, пациентҡа яғымлы, һаҡсыл мөнәсәбәт, эшкә яуаплы ҡараш “берәү — бөтәһе, бөтәһе — берәү өсөн” лозунгы элеккесә ҡалған. 41 меңгә яҡын кешене, 22 терапия участкаһын, 12 ҡатын-ҡыҙ консультацияһын, көндөҙгө стационарҙы хеҙмәтләндергән аҡ халатлылар коллективының ғорурланырлыҡ эштәре күп. Дауалау учреждениелары араһында үткәрелгән иҡтисади ярышта лидерлыҡты тотҡан, санбюллетендәр буйынса конкурста еңгән, медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡала спартакиадаһында беренселекте яулаған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы бәҫен дә, дәрәжәһен дә һаҡлай белә. “Шул тиклем ҙур коллективты бер усҡа туплап, дөрөҫ йүнәлеш биреүе, яуаплылыҡҡа, тырыш хеҙмәткә рухландырыуы анһат түгелдер, шулай ҙа ойошҡанлыҡтың сере нимәлә?” — тигән һорауыбыҙҙы баш табип яуапһыҙ ҡалдырманы.
— Был мөһабәт бина, ай үҫәһен көн үҫә тигәндәй, күҙ алдында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә барлыҡҡа килде. Хәтеремдә, 1989 йыл башында төҙөлөш эштәре Табиптар ышанысты аҡлаййәйелдерелде, ә киләһе йылдың ғинуарынан тәүге пациенттарҙы ҡабул иттек. Халыҡ ихтирамына лайыҡ булыу өсөн коллектив эсендә ҡайнап йәшәргә өйрәнергә кәрәк, — тине Рауил Ғәбделхәй улы. — Хәҙерге йәштәрҙә беҙҙең быуынға хас романтика һыҙаттары ҡалмаған тиерлек, ә бына файҙалы, өҫтөнлөклө яҡтарҙы тойоу, заман һулышына яраҡлашыу, табышлыраҡ эште һайлау буйынса уларҙың маһирлығына хайран ҡалырлыҡ. Быныһы ғәйепләүҙән түгел, ә эште яҡшы ойоштороу, дәртләндереү саралары күреү, профессионалдарҙы еректереү өсөн ошо сифаттарын мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк тигәндән. Ғөмүмән, татыу, берҙәм коллектив булдырыу өсөн өлкәндәрҙең йәштәр менән йәнәш, кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып, иңгә-иң терәп эшләүе шарт. Беҙҙә хеҙмәт хаҡының сағыштырмаса юғары булыуы ла белгестәрҙе ҡыҙыҡтыра торғандыр. Түләүле медицина тикшеренеүҙәренән килгән аҡсаның яртыһы хеҙмәт хаҡына өҫтәлә, ә ҡалған өлөшөнә яңы ҡорамалдар алабыҙ. Шәфҡәт туташтары бөгөн ҡулына 13-17 мең һум аҡса алһа, табиптарҙыҡы 25-30 меңгә етә. Бала табыу сертификаттары аҡсаһын тәьҫирле тотонорға тырышабыҙ, ҡорамалдарҙы даими яңыртабыҙ.
Ҡала поликлиникаһы райондарҙан килгән ауырыуҙарҙы ла ҡабул итә. Милли проект буйынса бер ни тиклем күләмдә ҡорамалдар алынһа ла, диагностикалау буйынса заман һулышына ярашлы алдынғы яңы технологияларҙың үтә кәрәклеген дә билдәләне баш табип.
Табиптар ышанысты аҡлайҮҙ өҫтөндә даими эшләгән, бай белем багажына эйә белгестәре менән хаҡлы ғорурлана Рауил Ғәбделхәй улы. “Терапевт Регина Усманова иҫ киткес һәләтле, аҡыллы шәхес”, “Ҡаҙағстандан беҙгә эшкә килгән Рахат Суранҡулованың рефераты Башҡортостан дәүләт медицина университетының Диплом алғандан һуң белем биреү институтында иң яҡшыһы тип табылды”, “Әлиева Ританы пациенттары маҡтап бөтә алмай”, “Рафаэль Шаммасов һәм Рәфис Абдуллин кеүек участка табиптары күберәк булһа ине”... Баш табип ҡул аҫтында эшләгән һәр белгестең яҡшы, көслө яҡтарын телгә алып, һәммәһенә йылы һүҙен йәлләмәне, һоҡланыуын белдерҙе.
Поликлиникала урынлашҡан “Сәләмәтлек үҙәге” — стәрлетамаҡтар өсөн көтөлмәгән матур бүләк. Тренажер залы, физиотерапия бүлмәһе, бассейны, душы һәм диагностика ҡорамалдары булған үҙәктә һаулығын хәстәрләргә теләгән һәр кем, ҡыҫҡа ваҡытта тикшеренеү үтеп, сәләмәтлек торошон баһалай ала.
Өс йөҙгә яҡын кешене берләштергән татыу поликлиника коллективын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, яуаплы, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләйбеҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад