Атом электр станцияларына үтеп инеүе ҡыйынмы?07.12.2011
Был һорауға Гринпис әүҙемдәре яуап эҙләгән. Улар Францияның Ножан-сюр-Сен атом электр станцияһына үтеп ингән. Һигеҙ кеше, ядро реакторының көмбәҙенә менеп, “Хәүефһеҙ атом энергияһы булмай” тигән лозунг элгән. Полиция дүрт кешене ҡулға алған.
Гринпис вәкилдәре Франциялағы ядро объекттарын һаҡлау системаһының насар эшләүен күрһәтергә теләгән. Махсус әҙерлеге булмаған һигеҙ кеше атом электр станцияһының үҙәгенә үтеп инә алғас, террор акты ойошторорға теләүселәргә нимә ҡала, ти улар. Франция, АҠШ-тан ҡала, атом энергияһын етештереүсе икенсе ил. Бында энергияның 80 проценты атом электр станцияларында етештерелә.