Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған
Урал аръяғында быйыл тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған. Был хаҡта Сибайҙың үҙәк ҡала дауаханаһынан хәбәр иттеләр.
Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан 23 йәшлек Айгизә Юлыеваның улы һәм ҡыҙы донъяға килгән.
«Йәш әсә һәм уның тормош иптәше игеҙәктәр көтөүе тураһында ярты йыл элек үк белгән. Планға ярашлы ультратауыш менән тикшереү барышында ата-әсәгә ике бала буласағын әйткәндәр. Сабыйҙар тәбиғи юл менән тыуған, күп бала көткәндә бындай күренеш һирәк осрай», — тип билдәләнеләр Сибай дауаханаһында.
Юлыевтар өсөнсө һәм дүртенсе тапҡыр ата-әсә булған. Бәләкәстәрҙе өйҙә Ғәзиз ағаһы һәм Айгүзәл апаһы көтә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 2025 йылда беренсе «батша игеҙәктәре»нең донъяға килеүе хаҡында хәбәр иткәйне.