Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта
Ғаиләләр һәм ауырлы ҡатындар февралдән арттырылған берҙәм пособие ала башлай, тип иҫкә төшөрҙөләр Соцфондта.
Ғинуар өсөн пособие «Мир» карталарына 3 февралдә күсә. Рәсәй почтаһы курьерҙары 3 февралдән 25-енә тиклем тарата.
2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә йәшәү минимумы дәүмәле 15% арттырылды. Берҙәм пособие күләме лә шуға бәйле — 50%, 75% йәки 100%.
Индексациянан һуң пособие, төбәккә ҡарап, уртаса 1 меңдән 2 мең һумға тиклем артты.
Бынан алда СФ берҙәм пособиены иҫәпләү схемаһын аңлатҡайны. Дөйөм алғанда, социаль түләүҙәр инфляция кимәлендә арттырыла.