Аҙна башында әүҙемлек артыр, әммә ҡабаланырға ярамай. Ниндәйҙер ҡарарҙы тормошҡа ашырыр алдынан тағы бер ҡабат уйлағыҙ: маҡсатығыҙ тап ошо инеме?
Аҙна уртаһы тыныс булыр, хәл-ваҡиғалар үҙ яйы менән ағыр. Эштә лә, шәхси тормошта ла үҙгәрештәр һиҙелмәй. Күберәк ваҡытты яҡындарығыҙға бүлергә, күмәк кеше ҡатнашҡан күңел асыу сараларынан баш тартырға тырышығыҙ. Был осор ижади ынтылыштарҙы тормошҡа ашырыу, киләсәкте планлаштырыу өсөн ҡулай.
Аҙна аҙағында ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән ифрат арығанлығығыҙҙы тойорһоғоҙ. Иғтибарлы булығыҙ, башҡа кешеләргә тормошоғоҙға ҡыҫылырға форсат бирмәгеҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)Ныҡышмалылыҡ күрһәтегеҙ, урынығыҙҙан ҡуҙғалмағыҙ. Быға тиклем күп тапҡыр юл бирҙегеҙ, хәҙер иһә маҡсаттан тайпылмайынса алға барыу, эште тамамлау, лайыҡлы бүләкте алыу фарыз.
Буға (21.04 – 21.05)Бар донъя һеҙҙең тирәләй өйөрөлә тип уйлап, яңылыша күрмәгеҙ. Бары тик юлығыҙҙа итәғәтле-ипле кешеләр йыш осрай.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Ниндәйҙер мөһим, ҙур эште “нул”дән башлау бик ауыр. Айырыуса был көндәрҙә. Шуға күрә тәүҙә мөмкинлектәрегеҙҙе баһалағыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)Һаранлыҡ урынлы түгел. Ҡайһы саҡта үҙегеҙгә байрам ойоштороп алыу кәрәк. Ваҡиғалар ыңғайға барасаҡ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)Үҙ-үҙегеҙҙе эстән ашау – был аҙна проблемаһы. Ғәйепле булһағыҙ ҙа-булмаһағыҙ ҙа, башҡалар алдында аҡланырға маташырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Өйҙә лә, эштә лә үҙгәрештәрҙән һаҡ булырға кәрәк. Нимәлер бөтөнләй тура килмәгәнен аңғарһағыҙ, ҡаршылашмағыҙ, ә яҡлау эҙләгеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)Үткәндәрҙән анһат ҡына баш тартып булмай: күптән уның менән юлдарығыҙ айырылды тип иҫәпләгән кеше, бәлки, бының менән бөтөнләй риза түгелдер...
Саян (24.10 –22.11)Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаның тотҡонона әүерелеүегеҙ ихтимал. Мәҫәлән, яҡынығыҙ сирләп китеп, шәхси пландарҙан баш тартырға һәм уға ярҙам итергә тура килер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)Ағым ыңғайына тороғоҙ, ҡаршылашмағыҙ. Хәл-ваҡиға бик оҡшамаған осраҡта ла телегеҙҙе тыйығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)Йомшаҡ яҡтарығыҙҙы кешеләргә күрһәтмәҫкә тырышығыҙ, юҡһа бының менән файҙаланырға теләүселәр табылыр. Ниндәйҙер ҡаршылыҡлы ғәмәл менән килешкәнсе, үпкәләү хәйерлерәк.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)“Юҡ” тип әйткән менән килешә алмаҫһығыҙ. Бигерәк тә шәхси тормошта.
Балыҡ (20.02 – 20.03)Аҡсаға бәйле аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы бар. Йорт-ҡурағыҙҙа быға тиклем тотонмаған эште башламауығыҙ хәйерлерәк.
Өмөтбикә.