Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй28.01.2025
Фото: Валерий Шахов

Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй

2025 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу процедураһында артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү үҙенсәлектәре-2025: нимәләрҙе белеү мөһим» темаһына түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин ошо турала белдерҙе.


«Иң мөһиме, хәҙер сығарылыш уҡыусыларына имтихан биреү өсөн фәндәрҙе һайлап, 1 февралгә тиклем берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ғариза бирергә, артабан тыныс ҡына имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Беҙҙең бурыс – дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын хәүефһеҙ һәм мөмкин тиклем асыҡ итеп үткәреүгә әҙерләнеү», — тине Илдар Мәүлитбирҙин.


Бынан алдараҡ Рәсәйҙең мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте 2025 йылда берҙәм дәүләт имтиханы, төп дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханы көндәрен иғлан иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-28/minobr-bashkirii-suschestvennyh-izmeneniy-v-protsedure-sdachi-ege-2025-ne-ozhidaetsya-4099573



Вернуться назад