Ғәзиз Манапов — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары
Бөрйән районы хакимиәтенең элекке башлығы Ғәзиз Манапов Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Ғәзиз Миңлеәхмәт улы 1983 йылда Бөрйән районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын, «Муниципаль берәмектең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы» белгеслеге буйынса республика президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын Бөрйән районы хакимиәтенең иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлегендә баш иҡтисадсы булып башлай. Бөрйән районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы, хакимиәт башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2019-2024 йылдарҙа – Бөрйән районы хакимиәте башлығы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Дәүләт Йыйылышы рәйесенең рәхмәт хаттары, Башҡортостан хөкүмәтенең маҡтау грамотаһы, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.