Рәсәйҙә миҙгелле инфекциялар менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә
Рәсәйҙә миҙгелле вируслы инфекциялар менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, бер аҙнала киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусылар уҙған аҙнаға ҡарағанда 12,9% күберәк. Шуға бәйле илдең 22 төбәгендә 48 мәктәп һәм 11 субъектында 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләмәй.
Башҡортостанда уҙған аҙнала ауырыу йоҡтороуҙың 18 мең осрағы теркәлгән, уларҙың 46% — балалар. Республиканың санитар ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бер аҙнала сирләү осраҡтары 72,6% процентҡа артҡан.
«Ауырыу йоҡтороу буйынса һандарҙы декабрь уртаһындағы һандар менән сағыштырырға мөмкин. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, байрам алды аҙнаһында һәм Яңы йыл байрамдары көндәрендә сирлеләр аҙыраҡ. Ауырыуҙың таралыуына аденовирустар, бокавирустар, риновирустар, коронавирустар сәбәпсе. Бер үк ваҡытта грипп вирустары әүҙемләшә бара», — тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы.