Асылыкүл буйында глэмпинг төҙөлә
Башҡортостанда Дәүләкән районында «Янғы-Турмуш» ял базаһын булдырыу буйынса инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның инициаторы – «Перспектива» йәмғиәте. Проект республиканың «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим ителде һәм уның йомғаҡтары буйынса өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Был инвесторға һалым льготалары һәм башҡа өҫтөнлөктәр кеүек дәүләт ярҙамына дәғүә итергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Инвестор проектты тормошҡа ашырыуға 30 миллион һум тотонорға ниәтләй. Асылыкүл буйындағы ял базаһында ҡунаҡхана бүлмәләре һәм кафеһы булған административ корпус, мунса комплексы һәм ял итеү зоналары менән алты йорт, балалар һәм өлкәндәр өсөн уйын зоналары, кинотеатр була. Туристар өсөн яңы урын Дәүләкән районы һәм тотош республика иҡтисадына ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә. Ял базаһын 2026 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.