Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе28.01.2025
Фото: Олег Яровиков

Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Уҙған йылда прокуратура органдары дәүләттең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән башҡарма производстволар буйынса бурыслы булғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү йәһәтенән бурыстарын һөҙөмтәле хәл итте. Махсус хәрби операция башланғандан алып 39 хәрби хеҙмәткәрҙең хоҡуҡтары тергеҙелгән һәм был эш әле лә дауам итә.


Бөгөн республика прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта һөйләне.


Уның һүҙҙәренсә, ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусыларҙың (айырыуса Урал аръяғы райондарында) хоҡуҡ боҙоуҙарына юл ҡуйылманы.


«Һеҙҙең тикшереү материалдары буйынса файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда ауыл хужалығы биләмәләре ерҙәрен боҙоу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, 660 миллион һумдан ашыу күләмендә зыян килтерелде. Һеҙ бәлиғ булмағандарҙың, етемдәрҙең, инвалид балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Прокуратура органдарының әүҙем ҡатнашлығында 756 баланың алимент алыуға хоҡуҡтары тергеҙелде. Инвалид балаларҙы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү өсөн 720 миллион һумдан ашыу өҫтәмә лимиттар тапшырылды», – тип билдәләне республика етәксеһе.


Уның фекеренсә, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген яраштырыу прокурорҙар эшенең мөһим йүнәлеше булып ҡала. Власть органдарыныңбыл йүнәлештә  прокуратура менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе һиҙелерлек һөҙөмтәләр килтерә.


Прокуратура органдары иҡтисади тормошто үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, эшлекле мөхитте яҡшыртыуға  булышлыҡ итә. Бюрократик баҫымды кәметеү, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә күҙәтеүҙе һәм контролде ойоштороуҙа тәртип урынлаштырыу буйынса саралар комплексы уңышлы тормошҡа ашырыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-28/radiy-habirov-dal-otsenku-deyatelnosti-organov-prokuratury-bashkirii-4099421









Вернуться назад