Йәш эшҡыуар республика ауылдарының береһендә икмәкхана һәм кафетерий асҡан27.01.2025
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә бизнес менән аралашыу төркөмө

Йәш эшҡыуар республика ауылдарының береһендә икмәкхана һәм кафетерий асҡан

Йәш эшҡыуар Арыҫлан Байғусҡаров дүрт йыл элек Аҡъяр ауылында «Күстәнәс» икмәкханаһын асҡан. Бында 9 хеҙмәткәр эшләй. Яңы бешкән ҡамыр ризыҡтарын ауыл халҡы шунда уҡ үҙ иткән. Эшҡыуар бизнесын әүҙем үҫтерә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә уға кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарылған. Был етештереү процестарын яҡшыртырға һәм икмәк-булка изделиелары ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек биргән, тип хәбәр итте Хәйбулла районының бизнес-шерифы Наил Байғусҡаров Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә бизнес менән аралашыу төркөмөндә.


2024 йылдың йәйендә эшҡыуар кафетерий асҡан. Унда кофеның классик сорттары һәм үҙенсәлекле рецептар буйынса әҙерләнгән автор эсемлектәре, шулай уҡ үҙ икмәкханаһында әҙерләнгән десерттар һәм закускалар тәҡдим ителә.


Арыҫлан Хәйбулла районы тормошонда, социаль проекттарҙа һәм хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша, ауыл халҡы өсөн яңы эш урындары булдыра.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-27/molodoy-predprinimatel-otkryl-v-sele-bashkirii-pekarnyu-i-kafeteriy-4098058



Вернуться назад