Башҡортостанда халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу эше дауам итә27.01.2025
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостанда халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу эше дауам итә

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәшәү сифаты буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә 2021 йылда республиканың ошо рейтингта – 40-сы, 2022 йылда 25-се урында тороуы, ә 2023 йылда тәүге тапҡыр иң яҡшы егерме төбәк иҫәбенә инеүе тураһында әйтте. Был күрһәткестәр объектив, сөнки рейтинг республика халҡының аноним һорауҙары нигеҙендә төҙөлгән һәм социумдың ысын хәлен сағылдыра, тип билдәләне Радий Хәбиров.


«Бик яҡшы ҡаҙаныш, бының өсөн бөтәһенә лә рәхмәт», – тине Башҡортостан Башлығы.


Республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса эште дауам итәбеҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-27/bashkiriya-prodolzhit-rabotu-po-povysheniyu-kachestva-zhizni-lyudey-4098034


 



Вернуться назад