Ҡотлайбыҙ!16.06.2012
Учалы районының Мулдаш ауылында тыуып, әлеге көндә Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле ағайыбыҙ Ғайсин Хәүәт Хәлит улы күркәм юбилейын — 60 йәшен билдәләй.
Бар ғүмерен төҙөүсе һөнәренә бағышланы һәм эшен яратып, еренә еткереп башҡарҙы, әле лә шул өлкәлә тир түгә. 40 йыллыҡ хеҙмәт юлында һалынған йорттар, мөһим объекттар ағайыбыҙҙың ҡул йылыһын һаҡлай.
Эш һөйөүсәнлеге, ябайлығы, сабырлығы, кеселеклелеге, ихласлығы, киң күңеллелеге менән ҡайҙа ғына эшләһә лә абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған шәхес ул. Аҙ һүҙле, төплө фекерле яҡыныбыҙ беҙгә өлгө булды, уның кәңәштәре һәр ваҡыт дөрөҫ һәм урынлы. Еңгәбеҙ менән өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар, әлеге көндә ейәндәрен тәрбиәләшәләр.
Ҡәҙерле ағай! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, татыу ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Барлыҡ туғандарың исеменән Өфөлә йәшәүсе ҡустың
Жәүәт һәм уның ғаиләһе.


Вернуться назад