Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеү һәм сығарыу ваҡытлыса тыйылды24.01.2025
Фото: Ксения Калинина

Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеү һәм сығарыу ваҡытлыса тыйылды

Өфө аэропортында авиация хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итеү өсөн самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм сығыуға ваҡытлыса сикләү индерелде, тип хәбәр иттеләр Федераль һауа транспорты агентлығынан. Рейстар сикләү ғәмәлдән сығарылғандан һуң башҡарыла.


Бынан алдараҡ Башҡортостан менән күрше аэропорттар ваҡытлыса сикләү индерҙе. Был саралар самолеттарҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡабул ителде.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-24/v-aeroportu-ufy-vremenno-vveli-ogranicheniya-na-priem-i-vypusk-samoletov-4095017



Вернуться назад