Өфөлә «АпиГлобал» халыҡ-ара умартасылар конгресы үҙ эшен башланы
23 ғинуарҙа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республикала тәүге «АпиГлобал» халыҡ-ара умартасылар конгресы үҙ эшен башланы. Унда Рәсәйҙең 80 төбәгенән һәм 15 илдән умартасылар ҡатнаша.
Республика Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта сығыш яһағанда Башҡортостандың умартасылар форумын ойоштороу урыны итеп осраҡлы һайланмауын билдәләне. Күп йылдар инде тауар балы етештереү буйынса илдә беренсе урында торабыҙ. Беҙҙең «Башҡорт балы» бренды күптән республиканың билдәле визит карточкаһына әүерелде.
«Әле республикала 12 мең самаһы умартасы эшләй, 275 меңгә яҡын бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Былтыр беҙ 5 мең тоннанан ашыу тауар балы етештерҙек. Был иһә ил күләменең ундан бер өлөшө тиерлек (Рәсәй буйынса 9,3% тирәһе) һәм Волга буйы федераль округының өстән бер өлөшө тиерлек (29%). Республикала умартасылыҡ тармағын үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла, 2030 йылға тиклем комплекслы программа ҡабул ителде», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров яҡын арала хәл итеүҙе талап иткән биш мәсьәлә тураһында һөйләне.
Беренсеһе – сәнәғәт һәм тоҡомло умартасылыҡты үҫтереү.
Икенсе бурыс – урта рус бал ҡорто тоҡомоноң башҡорт популяцияһы генотибын һаҡлау.
Өсөнсө бурыс – боронғо башҡорт кәсебенә – түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам итеү.
Тағы ла бер бурыс – умартасылыҡ продукцияһын һатыу баҙарын киңәйтеү. Иң яҡшы умартасыларыбыҙ етештергән продукция Рәсәйҙә генә түгел, донъя баҙарында ла ҙур һорау менән файҙалана, абруйлы конкурстарҙа даими рәүештә приздар менән бүләкләнә.
Бишенсе бурыс – тармаҡ өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләү. Бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университетында студенттарға «сәнәғәт умартасылығы» йүнәлеше буйынса белем бирәләр. Ауыл хужалығы колледждарында ла умартасылыҡ буйынса белгестәр әҙерләйҙәр.
Радий Хәбиров шулай уҡ республика умартасыларына яугирҙәргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, хәрбиҙәргә 5 тоннанан ашыу бал оҙатты. Республикабыҙ умартасыларының күбеһе, уларҙың улдары, ҡулдарына ҡорал тотоп, Тыуған илебеҙҙе һаҡлай.