Башҡортостан ауылдарының береһендә -36° тиклем һыуытҡан
Ҡариҙел районының Сосновый Бор ауылында 23 ғинуарҙа -36° тиклем һыуытҡан. Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә урындағы халыҡ хәбәр иткән.
Бынан тыш, Бөрйән районының Шүлгәнташ ауылында һәм Йылайыр районының Кананикольский ауылында -33° булған, тип билдәләнеләр ведомствола.
Бынан алдараҡ «Башинформ» бөгөн иртән Өфөлә термометр бағанаһының -26°тиклем төшөүе тураһында яҙғайны. Бындай температурала башланғыс класс уҡыусылары өйҙә ҡалырға мөмкин.