Балаларға вейптар һатҡан өсөн 600 мең һумға тиклем штраф тураһында закон ҡабул ителде23.01.2025

Балаларға вейптар һатҡан өсөн 600 мең һумға тиклем штраф тураһында закон ҡабул ителде

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа балаларҙы хәүефле газлы тауарҙар ҡулланыуҙан яҡлауҙы көсәйткән үҙгәрештәр ҡабул итте. Яңылыҡ бер тауыштан ҡабул ителде, тип хәбәр ителә парламент сайтында.


Был үҙгәрештәр кодексты боҙған өсөн административ яуаплылыҡты күҙ уңында тота, шул иҫәптән штрафтар формаһында ла.


Әйтәйек, физик берәмектәр өсөн штраф күләме – 60 мең һум, вазифа биләгәндәргә – 300 мең һум, ойошмалар өсөн 600 мең һум була.


«Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен, шулай уҡ уларҙы хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк», —тип белдерҙе Вячеслав Володин.


Бынан алдараҡ Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына мәктәптәрҙә тәмәке тартҡан өсөн штраф тураһында закон проектын индерҙе.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-22/prinyat-zakon-o-shtrafah-za-prodazhu-veypov-detyam-do-600-tysyach-rubley-4093097



Вернуться назад