Рәсәйҙә инвалид балалар дәүләт лагерҙарында ял итергә мөмкин22.01.2025

Рәсәйҙә инвалид балалар дәүләт лагерҙарында ял итергә мөмкин

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән законға ярашлы, бөтә балалар ҙа шифаханаларҙа һәм балалар лагерҙарында ял итеү өсөн тиң мөмкинлеккә эйә. Хәҙер төбәк властары инвалид балалар муниципаль һәм дәүләт һауыҡтырыу лагерҙарына бара алһын өсөн квоталар билдәләргә хоҡуҡлы. Ләкин бындай балаларҙы ҡабул иткән учреждениеларҙа тейешле ҡорамалдар һәм башҡа шарттар булырға тейеш. Квоталар ошондай ойошмалар араһында бүленә.  

«Закон һаулығы буйынса проблемалары булған балаларҙың ялы өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Махсуслашҡан лагерҙар күп түгел. Әммә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларға көс туплау, яңы ыңғай тәьҫораттар алыу айырыуса мөһим. Уларҙың йәй көнө өйҙә ултырыуы дөрөҫ түгел», — тип белдерҙеләр  Дәүләт Думаһында.


https://www.bashinform.ru/news/likbez/2025-01-22/v-rossii-deti-invalidy-smogut-poseschat-gosudarstvennye-lagerya-otdyha-4092587



Вернуться назад