Башҡортостанда тағы 18 кадрҙар үҙәге асыла
Быйыл Башҡортостанда тағы ла 18 яңыртылған кадрҙар үҙәге асыла, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров телеграм-каналда. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан илдең 12 төбәге араһында халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен комплекслы яңыртыуҙың икенсе тулҡынына эләкте.
«Был эште 2019 йылда «Демография» милли проекты буйынса башлағайныҡ. Ул ваҡытта беҙҙә ғәҙәти мәшғүллек үҙәктәренән ныҡ айырылып торған тәүге «Работа России» кадрҙар үҙәктәре барлыҡҡа килде. Бында яҡшы, заманса ремонт, фирма стиле, ә иң мөһиме – халыҡты эшкә урынлаштырыуға айырым ҡараш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Былтыр республикала мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы модернизациялау эштәре дауам итте. Бөгөн республикала 50 яңыртылған кадрҙар үҙәге иҫәпләнә. 2025 йылда тағы 18-ендә эштәр тамамлана.
«Элеккеләрен йүнәтеү яңыларын һалыуға ҡарағанда ҡиммәтлерәк булған урындарҙа беҙ модулле кадрҙар үҙәктәрен төҙөнөк. Әйтәйек, Сибайҙа, Туймазыла һәм Мәсәғүттә, — тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. — 2024 йылда мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең 57 проценты Рәсәй Хеҙмәт министрлығының Бөтә Рәсәй хеҙмәт ғилми-тикшеренеү институтының профилле программалары буйынса уҡып сыҡты».
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, яңыртылған кадрҙар үҙәктәре клиенттары хәҙер хеҙмәттәр комплексын алыу мөмкинлегенә эйә. Бурыс — кешенең эш эҙләү өсөн сарыф иткән ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм, әлбиттә, эшкә урынлашыу кимәлен күтәреү.
«Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар, алға табан барабыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.