Башҡортостанда һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн имтихан тапшырырға кәрәк22.01.2025
Фото: Гөлфиә Акулова, архив

Башҡортостанда һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн имтихан тапшырырға кәрәк

Һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн 2025 йылдың 1 сентябренән һунарсы билетына мотлаҡ имтихан тапшырырға кәрәк. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, теоретик һорауҙар (һунарҙа хәүефһеҙлек талаптары, һунарға сикләүҙе белеү), шулай уҡ практик эштәр (ҡорал менән хәүефһеҙ эш итеү, урында йүнәлеште билдәләү) бар.


«Һунар минимумы белемен тикшереү һунарсылар араһында яуаплылыҡ кимәлен арттырырға мөмкинлек бирә, — тине министр. —  Әле үк республикабыҙҙа 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән. Тәбиғәтте һәм йәнлектәр донъяһын киләсәк быуынға һаҡлап ҡалыу өсөн ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе иғтибар менән өйрәнеү һәм уларға эйәреү мөһим».


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-22/v-bashkirii-zhelayuschim-zanimatsya-ohotoy-pridetsya-sdat-ekzamen-4092153



Вернуться назад