Республика ирекмәндәре пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юлланды
Башҡортостан ирекмәндәре пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юлланды
Башҡортостан ирекмәндәре пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юлланды. Делегация 30 активистан тора, улар 2 аҙна бөтә илдән йыйылған ирекмәндәр менән бергә Ҡара диңгеҙ ярын таҙартырға тейеш.
— Делегация составында студенттар ҙа, йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә, битараф булмаған граждандар ҙа бар. Кешеләр уҡыу һәм эш процесын туҡтатмаҫ өсөн ваҡыттарын үҙҙәре бүлә. Ошо көндәрҙә делегация өсөн уҡыуҙар ойошторолдо һәм инструктаж үткәрелде, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына республика Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Римма Бикмурзина.