Дәүләт Думаһы балаларға тәмәке һатҡан өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон ҡабул итте
Дәүләт Думаһы балаларға тәмәке һәм составында никотин булған продукция, уның ҡулайламалар йәки етештереү өсөн сеймал һатҡан өсөн яуаплылыҡты арттырған закон ҡабул итте.
Граждандарға штраф 300 мең һумғаса арта (әле - 60 мең һумға тиклем), вазифа биләгәндәргә - 700 мең һумғаса (әле 300 мең һумға тиклем), ойошмаларға - 2 миллион һумғаса (әле 600 меңгә тиклем).
Дәүләт Думаһында билдәләүҙәренсә, былтыр уҙғарылған тикшереүҙәр никотинлы продукцияның 43% маркировка талаптарын үтәмәйенсә һатыуҙарын күрһәткән. Шулай уҡ башҡа етешһеҙлектәр ҙә теркәлгән, шул иҫәптән белем биреү учреждениелары янында һатыу. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 6,5 мең самаһы протокол төҙөлгән. Быларҙың барыһы ла ошо өлкәлә ҡатыраҡ закондар кәрәклеге хаҡында һөйләй.