Бынау Ҡәбиҙә менән Фәғилә кеүек тә яҡын әхирәттәр булмаҫ! Уларҙың был тиклем дә татыулығына ҡайһы берәүҙәр:
— Их, минең дә шундай йән дуҫым булһа икән, — тип көнләшеп тә ҡуя. Буй-һындары бер сама булғас, хатта кейемдәре лә уртаҡ уларҙың. Ә серҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел: кем нимә алған, кем кемгә нимә тип әйткән, анау егет ҡайҙа үрелгән.
Бер көн әхирәттәрҙең дуҫлығының ныҡлығына йәнә шаһит булдыҡ. Кассир булып эшләгән Ҡәбиҙә аҡса тарата башлағайны, уныһы нишләптер бөтәһенә лә етмәне. Ҡайғыға ҡалған ҡыҙыҡай улай итте, былай итте.
— Яңылыш һеҙгә биреп ебәрмәнемме икән? — тип аҡса алып өлгөргән кешеләрҙекен ҡабаттан һанап сыҡты.
Эш хаҡы алырға өмөтләнеп йөрөгәндәр ҙә ауыр һуланы.
— Хәҙер нишләрмен икән, бөгөн туйға барырға ине бит әле.
Шул саҡ төпкө бүлмәлә ултырған Фәғиләнең ҡыуаныслы тауышы ишетелде:
— Уй Аллаҡайым, әлдә генә үҙем алып өлгөрҙөм!
И. АЙҘАРОВ.