Башҡортостандың мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды
Башҡортостандың мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса тәжрибәһе илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙҙы.
«Республикала эшләй башлағас та тәүҙә мәктәптә туҡланыу проблемаһын хәл итеүгә тотондоҡ. Ул саҡта балаларҙан һәм ата-әсәләрҙән мөрәжәғәттәр күп булды, ризыҡтың тәме лә, сифаты ла оҡшамай ине. Сауҙа һәм хеҙмәттәр, мәғариф министрлыҡтарының, муниципалитеттарҙың, ата-әсәләр берләшмәһенең берлектәге системалы эше һөҙөмтәһендә хәлде үҙгәртеүгә өлгәштек. Ялыуҙар юҡҡа сыҡты, ә беҙҙең мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһен илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танынылар», — тип яҙҙы Радий Хәбиов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Республика барлыҡ социаль учреждениеларҙа (мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа) туҡланыу сифатын контролдә тота, тип билдәләне ул.
«2024 йылда ғына 700-ҙән ашыу күсмә, планлы һәм пландан тыш тикшереү, аҙыҡ-түлеккә 3600-ҙән ашыу лаборатор тикшереү үткәрелде. Етешһеҙлектәрҙе асыҡлайбыҙ, ләкин йылдан-йыл улар кәмей бара. Әйтәйек, 2024 йылда аш-һыу әҙерләү технологияһынан тайпылыу 12-нән 7% тиклем кәмене. Дәүләт теркәүе тураһында таныҡлығы булған һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек 223-тән 248-гә тиклем артты. Социаль туҡланыу системаһына яуаплы предприятиеларҙың килеүе бик мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ Башҡортостандың «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2024» конкурсының суперфиналсылары иҫәбенә инеүе билдәле булды. Благовар районы Языков ауылының мәктәп ашханаһы «Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2024» номинацияһында еңеү яуланы.
2023 йылда «Миллионлы ҡаланың иң яҡшы мәктәп ашханаһы» номинацияһында Өфөнөң 147-се мәктәбе беренсе урынға сыҡты. Ә «Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» номинацияһында Нуриман районының Красный Ключ ауылы мәктәбе өсөнсө урынды алды.