Башҡортостанда һыуыҡтар көтөлә21.01.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда һыуыҡтар көтөлә

Был аҙнала Башҡортостанда һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 21 ғинуарҙа һауа температураһы көндөҙ -7,-12°, төндә һәм 22 ғинуарҙа көндөҙ -16,-21°, төндә аяҙытҡанда -26° булыуы фаразлана. 23 ғинуар төнөндә -23,-28°, аяҙытҡанда -33°, көндөҙ -12,-17°. Аҙна аҙағында һауа температураһы норманан 1-2° юғарыраҡ була.


21 ғинуарҙа төндә ҡар яуыуы, республиканың көнсығышында көслө ҡар яуыуы, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе, буран сығыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.


Ошо көндәрҙә Башҡортостанда өсөнсө боҙ кисеүе асылды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-21/v-bashkirii-prognoziruetsya-po-nastoyaschemu-zimniy-moroz-4090560



Вернуться назад