Борай районында йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләнеләр
Борай районының Сәйет-Көрйә ауылынан Ания Солтанғәлиева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Муниципалитет етәксеһе Рушан Гәрәев ҡыуаныслы хәбәр менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.
— Ания инәйҙең инәйҙең тормошҡа, туғандарына һөйөүе, тирә-йүнгә иғтибары һәм ихтирамы һоҡландыра. Тормош иптәше Солтанғәлиев Фәйзелғаян Солтанғәли улы менән 55 йыл ғүмер итеп, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн Асия Ғилфан ҡыҙы балалары, 59 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй. Ания Ғилфан ҡыҙына күркәм юбилейы айҡанлы ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ, — тип яҙҙы Рушан Гәрәев.
Ания Солтанғәлиева 1925 йылдың 15 ғинуарында Сәйет-Көрйә ауылында ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Тыл хеҙмәтсәне, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә «Әсәлек даны» ордендары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәттәре өсөн миҙалдар, «Хеҙмәт ветераны» һәм башҡа төрлө наградалар менән бүләкләнгән. Ания Ғилфан ҡыҙы ғүмере буйына Чапаев исемендәге колхозда тракторсы һәм комбайнсы булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала 100 йәшлек юбилейын билдәләгән инәй тураһында яҙғайны.