Ҡыш көнө тышта физкультура дәрестәре өсөн температура нормалары ниндәй булырға тейеш21.01.2025
Фото: Олег Яровиков

Ҡыш көнө тышта физкультура дәрестәре өсөн температура нормалары ниндәй булырға тейеш

Башҡортостанда уҡыусыларға ҡыш көнө асыҡ һауала физкультура дәрестәрен үткәреү өсөн температура нормалары хаҡында иҫкә төшөрҙөләр.


«Ҡышҡы миҙгел — балаларыбыҙҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн иң яҡшы ваҡыт! Саф һауала физкультура организмдың сыныҡтырыуға, иммунитетты нығытыуға һәм кәйефте күтәреүгә булышлыҡ итә. Иҫегеҙгә төшөрәм, «Физик культура» предметы федераль эш программаларына ярашлы дөйөм белем биреүҙең барлыҡ кимәлдәрендә лә мотлаҡ һанала. Ҡышҡыһын физкультура дәрестәрен үткәргәндә, Башҡортостандың айырым биләмәләренең төрлө климат зоналарына ҡарауы мөмкин икәнлеген иҫәпкә алып, санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға таянырға кәрәк», — тип яҙа Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙәгә сәхифәһендә.


Министр шулай уҡ «Физик культура» дәресе буйынса федераль эш программаларына ярашлы тейешле шарттар булмаһа (мәҫәлән, ҡарһыҙ ҡыш), «Саңғы ярышы» программаһын «Еңел атлетика», «Гимнастика», «Йөҙөү» һәм «Спорт уйындары» кеүек программаларҙы тәрәнерәк үҙләштереү менән алмаштырырға мөмкин икәнен билдәләне.


Түбәндәрәк температура нормалары күрһәтелгән таблица бирелгән.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-21/shkolnikam-napomnil-o-temperaturnyh-normah-dlya-ulichnyh-urokov-fizkultury-zimoy-4090842



Вернуться назад