Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы13.01.2025
Фото: трансляциянан скриншот

Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы

13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Ошо байрам айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында республика журналистарын  ҡотланы.


Башҡортостандың дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй, тип яҙғайны Башинформ. Республикала гәзит-журналдар 6 телдә сыға. Көн һайын республика журналистары факттарҙы тасуирлап ҡына ҡалмай, шулай уҡ аналитик алым менән Башҡортостанда һәм илдә барған ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе еткерә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-13/radiy-habirov-pozdravil-zhurnalistov-bashkirii-s-dnyom-rossiyskoy-pechati-4081715



Вернуться назад