Кушнаренко туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелеүе ихтимал
Кушнаренко районы туристарҙы йәлеп итеүҙең яңы урынына әүерелеүе ихтимал. 13 ғинуарҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко ауылында Топорниндарҙың боронғо йортон тергеҙергә ҡушты. Күптәргә был урын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Коминтерн разведка мәктәбенең штаб-фатиры булараҡ билдәле. Әлеге көндә бина капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж.
«Топорниндар усадьбаһы — ысынлап та үҙенсәлекле урын. Уның хәҙер ниндәй хәлдә булыуын барығыҙ ҙа күрҙегеҙ. Беҙгә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Бәлки, тағы конкурсҡа ғариза биреп ҡарарғалыр. Ҡарар ҡабул итеп, тергеҙә башларға кәрәк. Ҡалаларҙы үҫтереү институты менән берлектә һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм», — тине Радий Хәбиров вице-премьер Рөстәм Ғәзизовҡа.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 ғинуарҙа Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко ауылындағы тарихи ҡомартҡы – Топорниндар усадьбаһын ҡараны.