Янғында һәләк булыусылар иҫтәлегенә07.12.2011
Пермь ҡалаһында “Аҡһаҡ ҡола” төнгө клубында сыҡҡан янғында һәләк булыусыларҙы иҫкә алғандар. Фажиғәгә – ике йыл. Был көндө һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә клуб эргәһендәге скверҙа һәйкәл асҡандар. Ул дүрт арка һәм колоннанан тора, уртаһына һәләк булғандарҙың исемлеге яҙылған стела ҡуйылған.
2009 йылдың 5 декабрендә “Аҡһаҡ ҡола”ла сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 156 кеше һәләк булды. Был фажиғә бөтөн Рәсәйҙе тетрәтте. Былтыр көҙ башланған суд эше әле лә дауам итә.


Вернуться назад