Башҡортостанда йәшәү минимумы – 15 782 һум
Башҡортостанда 2025 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итте. Был уҙған йылға ҡарағанда 2029 һумға йәки 14,714,7% күберәк.
Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, хәҙер йәшәү минимумы күләме эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 17 202 һум, пенсионерҙар өсөн – 13 573 һум, балалар өсөн 15 309 һум тәшкил итә.
Бынан алдараҡ Рәсәй Хөкүмәте 2026 йылдан йәшәү минимумын халыҡтың килем кимәленә түгел, ә инфляцияға ҡарап билдәләргә тәҡдим итте. Бындай закон проекты Дәүләт Думаһына өс йыллыҡ бюджет проекты менән бергә индерелде, тип яҙғайны «Башинформ».