Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған телеграм-канал тураһында һөйләне
Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығына арналған «Бөйөк Еңеүгә 80 йыл» телеграм-каналы булдырылды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Унда фронтта булған хәлдәр һәм тылдағы тормош тураһында мәғлүмәт, алыштар һәм геройҙар тураһында ҡыҙыҡлы факттар, фронт хаттарының сканер аша үткәрелгән хаттары һәм ветерандарҙың хәтирәләре, шулай уҡ тематик викториналар һәм иҫтәлекле датаға арналған сараларҙың анонстары баҫыла.
«Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы — ил һәм союздаштарыбыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Уның совет халҡының батырлығы символы булараҡ әһәмиәте беҙҙең көндәрҙә баһалап бөткөһөҙ. Был дата беҙҙе герой-фронтовиктарға, тыл эшсәндәренә тиңләшергә, бөгөнгө һынауҙар осоронда уларға лайыҡлы булырға саҡыра», — тип билдәләне Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан төп тантаналар 2025 йылдың 9 майында ойошторола. Саралар Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә һәм Еңеү паркының мемориаль комплексында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана. Тантаналарҙа ветерандар, хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре, ирекмәндәр һәм патриотик ойошмаларҙың активистары, махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнаша.
Өфөлә Еңеү көнөнөң төп сараһы – Октябрь проспектында хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби техника парады. Смотрҙа Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттарының ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһы һәм тантаналы йыйылыш була.
Бынан тыш, иҫтәлекле даталар һәм Бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғалары сиктәрендә саралар ойошторола: 27 ғинуар – Ленинградты блокаданан азат итеү көнө, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2025 йыл рәсми рәүештә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы тип иғлан ителде.