Республикабыҙ йәштәре пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юллана
Башҡортостан йәштәре Ҡара диңгеҙ буйындағы пляждарҙы мазуттан таҙартыу өсөн Анапаға юллана. Республикала ирекмәндәр штабы ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан.
— Әлеге ваҡытта Краснодар крайына 25 000-дән ашыу ирекмән ярҙам күрһәтә. Улар аҙыҡ-түлек, йәшәү урыны һәм кәрәкле кейем-һалым менән тәьмин ителгән. Башҡортостан да битараф ҡала алмай һәм үҙенең штабын ебәрә. Штабҡа 30-50 волонтер йыябыҙ. Уларҙы яҡын арала оҙатыу планлаштырыла, — тине ведомство етәксеһе Вито Сабиров.
Республикала йәшәүселәр командаға ҡушыла ала. Бының өсөн һылтанма буйынса үтеп, анкета тултырырға кәрәк. Юлға сығыр алдынан делегацияға инструктаж үткәрелә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Владимир Путиндың Ҡара диңгеҙгә мазут түгелеүгә бәйле федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимын индерергә ҡушыуы тураһында хәбәр иткәйне.