Яҡташыбыҙ лотереяла миллион отҡан
Башҡортостандан һанлы программалы идара итеү станоктары операторы эштә буш ваҡытында онлайн-лотерея уйнап, 1 миллион һум аҡса отҡан. Ул 4 йыл ипотека түләй һәм хәҙер, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 30 йыллыҡ ипотека кредитының ваҡытын өстән бер өлөшкә ҡыҫҡарта ала, тип хәбәр иттеләр «Милли Лотерея» Рәсәй Финанс министрлығы ойошторған Бөтә Рәсәй дәүләт лотереялары брендының матбуғат хеҙмәтендә.
Лотерея еңеүсенең иғтибарын яңылығы һәм ҡыҙыҡлы операциялары менән йәлеп иткән. Яҡташыбыҙ ставканың көсәйтелгән булыуы һәм бер билетта өҫтәмә уйындар хаҡында белеп ҡалған. Ваҡыты-ваҡыты менән ул тиражда ҡатнашып, үҙенең тактикаһын булдырған. Ниһайәт, уға бәхет йылмайған.
Бынан алдараҡ бер яҡташыбыҙ лотереяла 8 миллион отҡайны.