Республикала Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көндәре билдәләнде
Башҡортостанда туғыҙынсы һәм ун беренсе класты тамамлаусылар өсөн Һуңғы ҡыңғырау шәмбе, 24 майҙа, яңғырай. Был турала республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Туғыҙынсыларға аттестат – 27 июндә, ун беренселәргә 28 июндә тапшырыла.
Быйыл Башҡортостанда 9-сы класты – 50 меңдән ашыу, ә 11-се класты 15,5 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай. Шулай уҡ ун беренсене тамамлаусы уҡыуҙағы ҡаҙаныштар беренсе йәки икенсе дәрәжә өсөн миҙал алырға мөмкин. Беренсеһе – алтын, икенсеһе – көмөш.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, уҡыусылар аттестатында ике дүртле билдәһе булған осраҡта көмөш миҙалға дәғүә итә ала. Шулай уҡ улар рус теленән һәм үҙҙәре тапшырған фәндәрҙең береһенән берҙәм дәүләт имтиханында 60-тан күберәк балл йыйырға тейеш. «Алтын» өсөн 70-тән ашыуыраҡ балл кәрәк», – тип яҙа Мәүлитбирҙин.