Башҡортостанда Салауат Юлаев музейы төҙөкләндереләсәк
Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы төҙөкләндереләсәк. БР хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙенең социаль селтәрҙәрендә ошо турала һөйләне.
— Радий Хәбиров батырыбыҙ тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға бәйле мәсьәләләрҙе шәхсән контролдә тота. Бөгөн музей федераль реставрация программаһына индерелде һәм артабан финанслау аласаҡ. Өс йыллыҡ проектты быйыл уҡ башларға уйлайбыҙ. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм тарихсылар менән яңыртылған музей концепцияһы өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Беҙ уны хәтер урыны ғына түгел, ә йәш быуын өсөн заман рухын тойоу, тарихҡа ҡағылыу урыны, ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан илһам сығанағы булһын өсөн тырышабыҙ, — тип билдәләне Урал Килсенбаев.
Килсенбаев билдәләүенсә, республикала йәшәүсе һәр кеше музейҙы үҫтереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә һәм был мөһим проектта ҡатнаша ала.
Милли батырҙың исеме республика халҡы өсөн нимә аңлатҡаны һәм уның образы нисек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелеүе хаҡында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.