Владимир Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы16.01.2025

Владимир Путин ветерандарға бер тапҡыр 80 мең һум аҡса түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған 80 мең һумлыҡ түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта дәүләт башлығы 15 ғинуарҙа Рәсәйҙең «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.


Ветерандарҙан тыш, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, бәлиғ булған концлагерь тотҡондарына һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгән, оборона ҡоролмалары төҙөгән граждандарға 55 мең һум түләнә.


Президент шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төбәктең, ҡаланың йәки муниципалитеттың почетлы гражданы исемен биреү тураһында башланғысын хупланы.


Бынан алда Башҡортостан Башлығы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған телеграм-канал асылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-15/vladimir-putin-podpisal-ukaz-o-edinovremennoy-vyplate-veteranam-80-tysyach-rubley-4084880



Вернуться назад