Өфөлә баһадир бала тыуған16.01.2025
Фото: Ufanovosti.ru

Өфөлә баһадир бала тыуған

Республика перинаталь үҙәгендә операция юлы менән рекордлы ауырлыҡтағы сабый донъяға килгән, тип хәбәр итә Ufanovosti.ru. УЗИ буйынса табиптар баланың ауырлығы 4800 грамға яҡын булыр тип уйлаған. Ләкин ысынында ҙурыраҡ – 5200 грамм. Әсәнең был дүртенсе балаһы, бынан алдараҡ уның 4,5 килограмлыҡ сабыйы тыуған. Әлеге осраҡта баланың ҙур булыуына диабет сәбәпсе


Операцияны акушер-гинеколог Станислав Иваха яһаған.


Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда 2025 йылда тәүге «батша» игеҙәктәренең тыуыуы тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-16/v-ufe-rodilsya-malysh-s-rekordnym-vesom-4085263



Вернуться назад