2024 йылда рәсәйҙәрҙең күпме ҡымыҙ эскәне билдәле булды16.01.2025
Фото: РИА Новости

2024 йылда рәсәйҙәрҙең күпме ҡымыҙ эскәне билдәле булды

Ҡулланыусылар араһында Волга буйы федераль округы лидер булып тора: ярты миллион литр самаһы.



Былтыр Волга буйы федераль округында йәшәүселәр 483 мең литрға яҡын ҡымыҙ эскән. Был иһә тотош илдәге күләмдең (900 мең литрға яҡын) яртыһынан ашыуырағы, тип хәбәр итә РИА Новости «Намыҫлы билдә» тамғалау системаһы операторына һылтанма менән.


Волга буйы федераль округының беренсе урынды биләүенә ғәжәпләнәһе түгел, сөнки уның составында күп ҡымыҙ етештергән Башҡортостан бар. Уҙған йылдың 9 айында ғына бейә һөтөнән 800 мең литрҙан ашыу эсемлек әҙерләнгән. Продукция республикабыҙҙан ситкә, шул иҫәптән экспортҡа сығарыла.


Илдә ҡымыҙ ҡулланыу арта: 2024 йылдың декабрендә рәсәйҙәр 95 мең литр ҡымыҙ һатып алған – 2023 йылдың декабренә ҡарағанда 67% күберәк.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-16/stalo-izvestno-skolko-kumysa-vypili-rossiyane-v-2024-godu-4085517



Вернуться назад