Башгидрометүҙәк Керәшен байрамына һауа торошо тураһында хәбәр итте
Быйыл Башҡортостанда Керәшен байрамында ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 17 ғинуарҙа төндә һауа температураһының 13,-18°, аяҙытҡанда 23° тиклем түбәнәйеүе фаразлана. 18 ғинуарға ҡарай төндә лә ошондай һалҡын һауа торошо һаҡлана.
«Байрам төнөндә йылы фронттың үтеүенә бәйле һауа температураһы төндә -7,-12°, аяҙытҡанда -17°, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. 19 ғинуарҙа көндөҙ -1,-6°. Шулай уҡ бер аҙ ҡар, урыны менән боҙлауыҡ. Республиканың баш ҡалаһында 19 ғинуарҙа төндә һауа температураһы 8-10°, көндөҙ 2-4° градус була», — тип хәбәр итте синоптиктар.
2024 йылда Башҡортостанда Керәшен байрамында -18,-25° һыуыҡ булғайны.