Өфөнөң төньяғында 511 йортта һыу булмай
Киләһе аҙнала Өфөнөң Орджоникидзе районында 511 шәхси йорт, балалар баҡсаһы, мәктәп, мәсет, сиркәү, Төньяҡ зыярат һәм бер нисә учреждение, шул иҫәптән «Башнефть» предприятиелары һыуыҡ һыуһыҙ ҡала.
«Өфө һыу каналы» предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, был арматураны, һыу үткәргесте ремонтлауға бәйле.
Һалҡын һыуҙы һүндереү дүшәмбе, 20 ғинуарға (9 cәғәткә), шишәмбе 21 ғинуарға (9 сәғәткә), 21-22 ғинуарға (23 сәғәткә) планлаштырылған.
Адрестарҙың тулы исемлеге бында.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-17/na-severe-ufy-otklyuchat-vodu-v-511-domah-4087593