Өфөлә водителдәрҙе тикшереү башлана
17 һәм 18 ғинуарҙа Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Төп маҡсат – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү. Ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рейд ваҡытында иҫерек водителдәрҙең транспорт менән идара итеүенә юл ҡуймауға, балаларҙы йөрөтөүгә иғтибар бүленә.
«Эскән водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары, шулай уҡ башҡа факттар тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына: 8 (347) 2793292, шулай уҡ дәүләт автоинспекцияһының телеграм-чатына (@GIBDDRB_02bot) хәбәр итергә мөмкин», — тип белдерҙеләр ведомствола.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-17/v-ufe-startuyut-massovye-reydy-voditeley-4087627