Рәсәйҙә нацист символикаһын күрһәткән өсөн яза үҙгәрә17.01.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәйҙә нацист символикаһын күрһәткән өсөн яза үҙгәрә

Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты нацист символикаһын күрһәткән өсөн башҡа төрлө язаны күҙ уңында тотҡан яңы законды хупланы. Парламент палатаһына беренсе уҡыуҙа нацист атрибутикаһын йәки символикаһын пропагандалаған йә иһә халыҡ алдында күрһәткән өсөн мотлаҡ эштәрҙе күҙ уңында тотҡан башланғысты ҡабул итергә тигән тәҡдим индерелде.


Хәҙер был статья граждандарға, административ хоҡуҡ боҙоу предметын тартып алып, 2 мең һумға тиклем штраф һалыуҙы йәки шулай уҡ административ хоҡуҡ боҙоу предметын тартып алып, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуҙы күҙ уңында тота. Нацист атрибутикаһын йәки символикаһын һатыу йә иһә пропагандалау маҡсатында әҙерләгән, һатҡан өсөн граждандарға конфискация менән 2,5 мең һумға тиклем штраф янай.


Әгәр законды ҡабул итһәләр, 100 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр ҡаралған.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-17/v-rossii-za-demonstratsiyu-natsistskoy-simvoliki-budut-nakazyvat-po-novomu-4087654



Вернуться назад