Беҙ, баҡсасылар, нисә йыл металл урлаусыларҙан зыян күрәбеҙ. Уғрылар һыу торбаларын киҫеп ала, ҡоймаларҙы емерә, будкаларҙы талай, бәләкәй тимер ҡапҡаларҙы, хатта инеп-сығып йөрөгән дөйөм ҡапҡаларҙы алып китә. Күп баҡсасылар һыу булмағанлыҡтан һәм талауҙар арҡаһында баҡсаларын ташлай.
Мин шәхси кешеләргә металл йыйыуҙы тыйыу һәм ҡабул итеүселәрҙең лицензияһын тартып алыу үтенесе менән ил Президентына, республика Хөкүмәтенә, “Аргументы и факты” гәзитенә хат яҙҙым. Яуап биреүсе табылманы. Бер нисә тапҡыр баҡсасылар күмәкләп урындағы хакимиәткә һәм ҡасабалағы полицияға мөрәжәғәт иттек, ләкин улар беҙҙең проблемаға битараф ҡалды. Власть вәкилдәренең ошондай башбаштаҡлыҡҡа нөктә ҡуйырлыҡ көсө юҡмы икән?
Татарстанда был мәсьәлә ыңғай хәл ителгән: унда шәхси кешеләргә металл йыйыу тыйылған. Шулай итеп, урлашыуҙар ҙа бөткән.
Гәзит власть әһелдәренә беҙҙең, йәғни “Нефтяник-2” баҡсасыларының, үтенесен еткерер һәм бәләнән ҡотҡарыр, тигән ышаныс менән яҙам.
Г. КИЛМӨХӘМӘТОВ.
Приют ҡасабаһы.