Ете тарафтан ете хәбәр15.06.2012
Ҡырмыҫҡалыла дауыл ҡоторған

Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районында дауыл ҡупты. Тәбиғәт ғәрәсәте Яңы Ҡыйышҡы һәм Үтәгән ауылдарына ҙур зыян килтерҙе. Секундына 20 метрҙан ашыу тиҙлек менән иҫкән ел өй ҡыйыҡтарын, гараж, һарай баштарынан шиферҙарҙы осорҙо, ҡарт тирәктәрҙе йыҡты.
Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Росгосстрах” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә страховка түләтеүгә ғариза менән 20-нән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Зыяндың дөйөм күләме – 130 мең һум. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, страховка быға тиклем үҙ милкен ҡайғыртҡандарға – мөлкәтен страховкалағандарға ғына түләнәсәк.
“Даирә”.


Һәр кемгә лә уңайлы булһын өсөн

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһында төҙөкләндергәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге сквер яңынан асылды. Ял итеү өсөн уңайлы был урынға барып етеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаһын өсөн уға махсус юлдар эшләнгән.
Өлкәндәр, коляска этеүсе әсәйҙәр, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы тротуарҙар һалынған. Насар күргән кешеләргә яйлы булһын өсөн уларҙы һары төҫкә буяғандар. Был – республикалағы тәүге тәжрибә. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырыу – һәр муниципалитеттың бурысы.
“Юшатыр”.


Хеҙмәт кешеһенең һаулығын ҡайғырталар

Баймаҡ районында эшләп йөрөүсе граждандарҙы “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы диспансерлаштырыу дауам итә.
Быға тиклем Иҫке Сибай, I Этҡол участкаларында халыҡты ҡабул иткәндәр. Әлегә 200 кеше тикшереү үткән. Сараның төп маҡсаты – йөрәк, туберкулез, шәкәр диабеты, онкологик сирҙәрҙе иҫкәртеү.
“Һаҡмар”.


Мәрмәр заводы яңынан эш башланы

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында мәрмәр эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Орлец” дәүләт унитар предприятиеһы көрсөккә терәлгәйне. Уның милкен “ЭкоСтанкоСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һатып алды һәм заводты тергеҙеү эшен башланы. Бер йыл эсендә ул тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған.
Тәүҙә Рысҡужа мәрмәр эшкәртеү заводында штат буйынса 92 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Киләсәктә был һанды 200-гә еткереү ҡарала. Заводты тергеҙеү проектына инвесторҙар 1 миллиард 200 миллион һум аҡса сарыф иткән. Сеймал – Белорет районының Сермән ауылы янында табылған ҡара мәрмәр.
“Осҡон”.


110 мең һум ришүәт

Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһы буйынса хәрби комиссариатының хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы табибы эш урынында ришүәт алған мәлдә тотолған.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы эшләү өсөн ул 110 мең һум аҡса һораған. Табипҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
“Красное знамя”
.

Иман йорто асылды

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа мәсет асылды, тантана изге Ҡөрьәндән аят уҡыу менән башланды.
Алла йорто төҙөп изге эш эшләне хәйбуллалар. Барлыҡ ҡунаҡтар, руханиҙар, дин әһелдәре артабан да ҡылған ғәмәлдәрҙең тик изгелектәрҙән генә тороуын теләп, мәсет тирәләй йәш үҫентеләр ултыртып сыҡты.
“Хәйбулла хәбәрҙәре”.


Уйын ҡыҙыу, тамаша күңелле булды

Дүртөйлөнөң волейбол буйынса йәштәр һәм ветерандар йыйылма командалары Ҡырмыҫҡалы районында генерал М. Шайморатов иҫтәлегенә арналған республика турнирында ҡатнашты. Уйын ҡыҙыу, тамаша күңелле үтте.
Йыл дауамында төбәктә даими рәүештә район ярыштары үтә, ә республика күләмендәге осрашыу —үҙ мөмкинлегеңде баһалау өсөн һәйбәт һынау.
“Юлдаш”.


Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад