Федоровка районының Юрматы ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө районының Булгаков ҡасабаһында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ Әхмәтова-Ялсина Зәйтүнә Дилмөхәмәт ҡыҙын оло юбилейы — 70 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Зәйтүнә һеңлебеҙ Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, хаҡлы ялға киткәнсе йәш быуынды тәрбиәләүҙә хеҙмәт итте. Уҡытыусы һөнәрен яратып, бирелеп башҡарып, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, “Хеҙмәт ветераны” тигән исемдәргә лайыҡ булды.
Бөгөнгө көндә лә ул, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мосолман кешеләре араһында Ислам дине тәғлимәттәрен аңлатыу, таратыу өҫтөндә эшләй.
Тормош иптәше Альберт Мөбәрәк улы менән татыу ғаиләлә ике ул — Артур менән Азатты ысын кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер бергәләп дүрт ейәненә күңел йылыһы бүләләр.
Уны оло юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Барлыҡ туғандары исеменән Өфөлә йәшәүсе ағаһы Рауил, еңгәһе Рәйсә.